Четверг, 22.04.2021, 00:31
Приветствую Вас Гость | RSS

Официальный сайт МБОУ СОШ с.Ильчино

Меню сайта
Форма входа
Календарь
«  Февраль 2015  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
232425262728
Визитка
Адрес: 453721, Учалинский р-н, с. Ильчино, ул.Кучербай,31  
Тел.: (34791)-4-87-42  
E-mail: isosh@list.ru  
Директор: Батыршина Зухра Галимьяновна

Главная » 2015 » Февраль » 28 » Ихлас илселәр илендә
09:50
Ихлас илселәр илендә
Бер нисә йыл элек “Азатлыҡ” радиостанцияһынан Өфөгә эш буйынса килгән ике журналист менән осрашырға тура килгәйне. Берәүһенең урыҫса апаруҡ һөйләшеүен ишетеп, уның сығышы менән ҡыҙыҡһына ҡуйҙым. Баҡһаң, егеттең әсәһе – украин милләтенән, атаһы ирландлы икән. Үҙе Бразилияла тыуған, студент йылдары АҠШ-та үткән, хәҙер Англияла йәшәй. Өс йыл инде Мәскәүҙә оҙайлы командировкала. Ҡайһы милләтте үҙенеке тип һанай, туған теле ниндәй? Был һорау, моғайын, уның башына ла инеп сыҡмайҙыр. 
Яңыраҡ Учалы районы Илсе урта мәктәбендә Халыҡ-ара туған тел көнөнә арнап үткәрелгән семинарҙа ирекһеҙҙән ошо журналист менән осрашыу иҫкә төштө. Беҙ ҙә шундай маңҡортлоҡҡа китеп бармай­быҙмы? “Башҡорт теленең ҡулланыу даирә­һе тарая бит...” тип зарланырға күнеккәнбеҙ, ә үҙебеҙ уны һаҡлап ҡалыу өсөн нимә эшләйбеҙ?
Илсе мәктәбе тыштан да, эстән дә күркәмлеге, заманса биҙәлеше менән иғтибарҙы йәлеп итте. Күп кенә ауыл мәктәптәрендәге кеүек буяуы ҡупҡан иҙәнде, әллә ҡасан оҫта ҡулы теймәгән тәҙрә-ишектәрҙе лә күрмәҫһең, әсбаптарға бай, һәм уларҙың ваҡытында алмаштырылып тороуын төшөнөү ҡыйын түгел. Әлеге сара алдынан ғына тырышҡандар тиер инең, 2012 йылдағы шундайыраҡ осрашыу хә­теремдә – ул саҡта ла мәктәп бинаһы һәйбәт тәьҫир ҡалдырғайны.
Ә сараның төп үҙенсәлеге шунда: “Хәҙерге йәмғиәттәге башҡорт теле: уны үҫтереү һәм өйрәнеү перспективаһы” тип аталған был семинарҙа ҡатна­шыусылар телде көн һайын ҡулланған һөнәр кешеләре – матбуғат вәкилдәре – булды. Райондың егерменән ашыу башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы алдында “Башҡортостан”, “Республика Башкортостан” гәзиттәре, “Башҡорт­остан ҡыҙы” журналы, Башҡорт­остан радиоһы, Учалы районының “Яйыҡ” гәзите һәм муниципаль телевидение менән радиоһынан килгән ҡунаҡтар сығыш яһаны. 
Башҡорт телендәге киң мәғлүмәт сара­ларының үҙенсәлеге, телебеҙҙең яҙмышы һәм уны яҡлау, һаҡлау зарурлығы тура­һындағы фекер алышыу йыр-бейеү менән аралашып барҙы. Байрам тамамланғас, күптәр уны ойоштороу кимәленең юғары булыуына хайран ҡалыуын белдерһә лә, быға ғәжәпләнәһе түгел: совет заманында уҡ халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙ­мәһенең дипломына лайыҡ булған, Рәсәйҙә “Йыл мәктәбе” исемен алған көслө уҡыу йорто бит ул. Әле бында 150 бала белем ала. Хәҙерге ауыл өсөн аҙ түгел. Барыһын да кадрҙар хәл итә шул. Мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡорт­остандың мәға­риф алдынғыһы Рәмилә Солтанова – үҙе сценарий авторы, үҙе үк алып барыусы. Кисәнең аҙағында ошо мәктәп уҡытыусыларынан торған хорҙың телде данлап йырлауы күңелдәрҙе тағы ҡанатлан­дырып ебәрҙе.
Техник яҡтан алғанда ла, байрам ере­нә еткереп ойошторолғайны. Сәх­нәлә кемдер сығыш яһағанда бер юлы ошо кешенең биографияһына һәм эшмәкәрлегенә арнал­ған слайд-шоу күрһәтә барыу, осрашыуҙа төшөрөлгән фотоларҙан альбом эшләп, сара аҙағында уны ҡунаҡтарға бүләк итеү, мәҫәлән, һәр ауыл мәктәбенең ҡулынан килерлек эш түгел.
– Бөгөнгө сараның шулай матур үтеүе үҙе үк беҙҙең районда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының эш кимәле юғары булыуын раҫлай, – тине Учалы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Зөһрә Гордиенко. – Яңыраҡ башҡорт теле һәм әҙә­биәте буйынса республика олимпиа­даһында учалы­ларҙың еңеп сығыуы үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй. 
Район хакимиәтенең мәғариф ида­ралығы етәксеһе урынбаҫары Зилә Шәрәфетдинова әйтеүенсә, Учалы районы уҡыусылары бындай олимпиада­ларҙа байтаҡ йылдар рәттән призлы урындарҙы яулай, һәр олимпиаданан етешәр-һигеҙәр диплом менән ҡайта­. Ә бит күп райондар бындай осраҡта ике-өс приздан уҙа алмай, бөтөнләй буш ҡайтып китергә мәжбүр булғандары тағы ла күберәк. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү конкурсында ла ошо район уҡыусыларына еткәндәр юҡ.
– Тарихта ниндәй генә ваҡиғалар булып тормаһын, ниндәй генә заманалар аша уҙмайыҡ, башҡорт теле XXI быуатҡа килеп еткән икән, тимәк, ул артабан да йәшәйәсәк, ә уның шулай быуындар аша дауам итеүендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының өлөшө баһалап бөткөһөҙ! – Зилә Ғизет­дин ҡыҙының был һүҙҙәрен уҡытыу­сылар көслө алҡышҡа күмде. 
Ҡул сабыу тынып та өлгөрмәне, сәхнәгә думбыра тотоп милли кейемдә пәйҙә булған апайҙың: “Дөрөҫ әйтәләр! Ни сыҡһа – уҡытыусыларҙан сыға, ни сыҡһа – уча­лыларҙан сыға!” – тие­үенә район мөғәллимдәре тағы бер гөр килеп алды. Республика кимәлендәге сәнғәт байрамдарында күп тапҡыр төп бүләкте яулаған Ғәрифә Кудрявая, ошо райондың Шәрип ауылында тыуып үҫеп, хатта алыҫ Яҡутстанда ла үҙ халҡының йыр-моңон ихлас таратҡан, йыраҡ ерҙә лә “Башҡортостан” гәзите (ул саҡта “Совет Башҡортостаны”), “Ағиҙел” журналдарынан айырылмаған. Был талант эйәһенең сәхнәлә таҡмаҡ әйткәндә лә, хатта тәнәфестә кешеләр менән һөй­ләш­кәндә лә тел байлығын нисек оҫта ҡулланыуына, йор һүҙлелегенә һоҡ­ланмай булмай. Уның сығышы һәр кем өсөн фәһемле булғандыр, моғайын.
Район хакимиәтенең мәғариф ида­ралығы һәм Илсе урта мәктәбе уҡы­тыусылары Халыҡ-ара туған тел көнөн лайыҡлы билдәләү һәм, ғөмүмән, туған телгә һөйөү тәрбиәләү буйынса һәйбәт өлгө күрһәтте. Шуға күрә осрашыу аҙағында ҡунаҡтарҙың береһе: “Был сара нигеҙендә бөтөн республиканың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сы­лары өсөн методик ҡулланма эшләгәндә лә шәп булыр ине”, – тип әйткән икән, уның һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар.
 
 
Просмотров: 547 | Добавил: lyaysan_sayfullina | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Поиск

Официальный сайт МБОУ СОШ с.Ильчино © 2021
Бесплатный конструктор сайтов - uCoz